БЕТОН ҺӘМ ТИМЕР-БЕТОН КОРРОЗИЯҺЫ, агрессив тышҡы мөхит йоғонтоһонда бетон һәм тимер-бетондың тарҡалыуы. Уның тиҙлеге агрессив мөхит параметрҙары (агрессив компоненттарҙың төрө һәм концентрацияһы, т‑ра, конструкция йөҙөндә агрессив мөхит м‑н алмашыныу реакцияһы тиҙлеге һ.б.) һәм материал үҙенсәлектәре (бетондың составы һәм тығыҙлығы, цемент төрө, арматура ҡоросоноң маркаһы, көсөргәнешле торошо һ.б.) м‑н бәйле. В.М.Москвин классификацияһы б‑са, бетон коррозияһының 1‑се (һыу бетонды йыуып торғанда йәки уның аша фильтрланғанда цемент таш компоненттарының йыуылып сығыуы, ҡатҡан цемент составына ингән гидроалюминаттар һәм гидросиликаттарҙың тарҡалыуы), 2‑се (цемент ташы м‑н мөхит араһында барған химик реакцияларҙан барлыҡҡа килгән һыуҙа яҡшы эреүсән берләшмәләрҙең, мәҫ., хлорлы йәки нитратлы кальцийҙың диффузия һөҙөмтәһендә тышҡы мөхиткә сығарылыуы; к‑та коррозияһы), 3‑сө (реакция продукттарының органик эреүсәнлеге сикләнгән булыуҙан кристалдарҙың яңы фазалары үҫеүе, бетон структураһында эске көсөргәнеш барлыҡҡа килеүе һәм уның артабан емерелеүе; сульфат коррозияһы) төрөн айыралар. Тимер-бетон коррозияһы күпселек осраҡта төҙөлөш конструкцияларына агрессив газдар мөхитенең тәьҫире һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә һәм бетондағы арматура ҡоросоноң коррозияһы м‑н бәйле. Портландцементтан эшләнгән бетондың күҙәүҙәрендәге шыйыҡсаның һелтелелеге юғары булыу сәбәпле, уның ҡорос арматураһы, ғәҙәттә, коррозияға бирешмәй. Ҡорос арматураның коррозияһы башлыса бетондың карбонланыуы (углекислый газдың конструкцияларға тәьҫир итеүенән бетон күҙәүҙәрендәге шыйыҡсаның рН күрһәткесе түбәнәйә һәм ҡорос коррозияһы башланып китеүгә шарттар тыуа) йәки ҡоростоң тышҡы йөҙөндә агрессив иондар, атап әйткәндә, хлорлы газдар тәьҫире һөҙөмтәһендә хлор иондары тупланыу м‑н (был осраҡта бетон күҙәүҙәрендәге шыйыҡсаның һелтелелеге шаҡтай юғары булып ҡала) барлыҡҡа килә. Хлорлы газ тәьҫиренән барлыҡҡа килгән ҡорос арматура коррозияһы юғалтыуҙары бетондың карбонланыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән коррозия юғалтыуҙарынан күпкә юғарыраҡ. Б.һ.т.‑б.к. һаҡлауҙың беренсел (тотороҡло цемент һәм ҡатышмалар һайлау, бетондың тығыҙлығын арттырыу, бетон ҡатышмаһына коррозия ингибиторҙары ҡушыу һ.б.) һәм икенсел (конструкцияларҙың тышҡы йөҙөнә лак‑буяу һ.б. һаҡлағыс ҡаплауҙар һөртөү юлы м‑н уларҙы агрессив мөхиттән изоляциялау, төргәкле материалдар йәбештереү, ш. уҡ юғары молекуляр матдәләр һеңдереү һ.б.) ысулдарын айыралар. Башҡортостанда химия һәм нефтехимия сәнәғәтенең эре пр‑тиелары төҙөлөүгә бәйле, 20 б. 60‑сы йй. А.Ф.Полак етәкс. БР Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында һәм ӨНИ‑лә Б.һ.т.‑б.к. һаҡлау өлкәһендә тикшеренеүҙәр башлана. Агрессив мөхиттә төҙөлөш конструкцияларының ныҡлығын прогнозлау ысулдары (В.Д.Кандинский, Полак, В.В.Яковлев), төҙөлөш конструкцияларын һаҡлау өсөн коррозияға сыҙамлы материалдар (Г.Н.Гельфман, Л.Н.Ястребова һ.б.), ҡорос коррозияһы ингибиторҙары (Л.А.Яковлева, Л.Ф.Балакирева) уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә. 70—80‑се йй. БР Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑ты ҡатнашлығында (Т.С.Головачева, Полак, Яковлев) Үҙ-ара иҡт. ярҙам советы илдәре м‑н хеҙмәттәшлектә Б.һ.т.‑б.к. проблемалары б‑са эштәр башҡарыла, 10 норматив документ (Үҙ-ара иҡт. ярҙам советы стандарттары) һәм материал эшләнә. 1984 й. ныҡлы тимер-бетон конструкциялар уйлап тапҡан өсөн Полак СССР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лайыҡ була. 90‑сы йй. башлап төҙөлөш конструкцияларын коррозиянан һаҡлау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр ӨДНТУ‑ла (Яковлев, В.М.Латипов һ.б.) һәм БР Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында (А.А. Оратовская, В.И.Дедков, С.Ш.Сәйтиев һ.б.) алып барыла.

Әҙәб.: Коррозия бетона и железобетона, методы их защиты. М., 1980.

В.В.Яковлев

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика