“БЕТОН”, тимер-бетон һәм бетон изделиелар етештереү пр‑тиеһы. 1967 й. Стәрлетамаҡ производство пр‑тиелары комб‑ты булараҡ нигеҙ һалына, 1967—92 йй. “Башремстрой” пр‑тиеһы составында (1973 й. алып өҫтәмә-ярҙамсы производство участкаһы, 1987 й. — ярҙамсы производство участкаһы). 1992 й. башлап “Б.” дәүләт пр‑тиеһы, 2005 й. ябыла. Составына арматура, эсе ҡыуыш плиталар, ваҡ тимер-бетон изделиелар етештереү б‑са цехтар ингән. 1999 й. 60 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика