БЕТЕРӘ, 2‑се лесозавод, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Темәс а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 70 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Бетерә й. (Үҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 70 кеше; 1959 — 347; 1989 — 433; 2002 — 339; 2010 — 323 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Темәс урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

20 б. 30‑сы йй. “Һәүәнәк” с‑зы ойошторолғас, Лесной кордон ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1939 й. Түбәнге Бетерә ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 40‑сы йй. уртаһынан, унда Һәүәнәк төҙөлөш комб‑тының пилорамаһы төҙөлгәс, 2‑се лесозавод ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика