БЕЛОБОРОДОВА Нилә Сабит ҡыҙы (13.12.1964, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Нәсибаш а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2007), проф. (2009). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2014), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1987) Ауырғазы р‑ны Юлдаш тулы булмаған урта мәктәбендә эшләй. 1990 й. алып БДУ‑ның Бөрө филиалында: 2000 й. башлап мәктәпкәсә пед. каф., 2005 й. июненән — мәктәпкәсә белем биреү пед. һәм методикаһы каф. мөдире, 2002— 05 йй. пед. һәм психология ф‑ты деканы, 2008 й. алып тәрбиә эше һәм соц. мәсьәләләр б‑са проректор (2012 й. алып дир. урынбаҫары). Фәнни тикшеренеүҙәре мәктәпкәсә йәштәге балаларға экологик белем биреү проблемаларына арналған. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Образовательный процесс в дошкольном учреждении как среда формирования родиноведческих понятий. Уфа, 2005; Подготовка будущих специалистов дошкольного образования к сохранению экологически равновесного жизненного пространства детства. М., 2006.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика