АБДУЛ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Кесе Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 677 кеше; 1920 — 833; 1939 — 734; 1959 — 439; 1989 — 368; 2002 — 398; 2010 — 408 кеше. Башҡорттар һәм татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Бөрйән улусы ерҙәрендә Бәбәк исеме м‑н нигеҙ һалына, 19 б. 40‑сы йй. билдәле. 1866 й. (хәҙ. исем м‑н) 66 йортта 508 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне теркәлгән.

А.М.Нәсибуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. З.Н.Алтынбаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.