БЕЛИЦЕР Вера Николаевна (23.3.1903, Рязань ҡ. — 4.4.1983, Мәскәү), этнограф. Тарих ф. д‑ры (1959). МДУ‑ны тамамлаған (1925). 1941 й. тиклем Мәскәүҙә СССР халыҡтары музейында, 1943 й. башлап СССР ФА Этнография ин‑тында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре фин‑уғыр халыҡтарының (комиҙар, мариҙар, мордвалар, удмурттарҙың) матди мәҙәниәтен, Волга буйы һәм Урал буйы халыҡтарының бер‑береһенә йоғонтоһон өйрәнеүгә арналған. Башҡортостан б‑са этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша: 1937 й. биҙәү‑ҡулланма сәнғәте б‑са, башҡорттарҙың көнкүреше, 1960 й. мордваларҙың рухи һәм матди мәҙәниәте б‑са материалдар йыя. Башҡ. коллекцияһының бер өлөшө (24 предмет) Тарих музейында (Мәскәү), икенсе өлөшө (балалар уйынсыҡтары) Уйынсыҡ музейында (Сергиев Посад ҡ.) һаҡлана.

Хеҙм.: У башкирских детей //Советская игрушка. 1938. №6; Башкиры //Очерки общей этнографии. Европейская часть СССР. М., 1968 (авторҙ.); Этнографические параллели в культуре башкир и мордвы //Археология и этнография Башкирии. Т.4. Уфа, 1971.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика