БЕЛЕЦКАЯ Ирина Петровна (10.3.1933, Ленинград), химик-органик. РФА акад. (1992), СССР ФА‑ның мөхбир ағҙаһы (1974), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991). Химия ф. д‑ры (1963), проф. (1970). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1955) шунда уҡ эшләй, 1988 й. алып лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре металл комплекслы катализ проблемаларына, ерҙә һирәк элементтар, карбаниондар, амбидент иондар һәм уларҙың ион парҙары химияһына арналған. Б. төрлө кластарға ҡараған органик һәм элементорганик берләшмәләрҙе синтезлау ысулдарын, өс һәм ике валентлы лантанидтарҙың яңы кластарын, олефиндарҙы гидроформиллаштырыусы һәм гидросилирлаусы катализаторҙар эшләй. Элементорганик берләшмәләр химияһы б-са фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 70‑се йй. алып Башҡортостан ғалимдары м-н берлектә төрлө металорганик берләшмәләрҙе синтезлау һәм уларҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеү б-са тикшеренеүҙәр үткәрә. 700‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Журнал органической химии” (“Органик химия журналы”) ж. баш мөхәррире (1991). ИЮПАК-тың Органик химия бүлеге президенты (1989—91). РФ-тың Дәүләт пр. (2003), Д.И.Менделеев ис. пр. (1975), Демидов пр. (2004) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м-н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Механизмы реакций металлоорганических соединений. М., 1972 (авторҙ.); Химия карбанионов. М., 1978; СН-кислоты. М., 1980 (авторҙ.)

Ю.Б.Монаков

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика