БЕЛЕНКОВА Оксана Архиповна (14.3.1940, Тальный ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (2004). Ростов ун‑тын тамамлағандан һуң (1964) Үрге Салда ҡ. 27‑се ПТУ‑ла уҡыта. 1966 й. алып БДУ‑ла, 1975 й. — ӨАИ‑ла, 1977 й. — БДПИ‑ла эшләй. 1978 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре идара итеү философияһына һәм әхлаҡи-этик проблемаларына, корпоратив менеджмент теорияһына һәм практикаһына арналған. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Антропологический фактор социального управления в социохозяйственной сфере общественного производства. Уфа, 2003.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.