“БЕЛЕМ” Башҡортостан Республикаһы йәмғиәте, йәмәғәт ойошмаһы. 1948 й. Өфөлә Бөтә Союз сәйәси һәм фәнни белем таратыу йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ асыла, 1963 й. алып РСФСР “Б.” йәмғиәтенең Башҡ-н респ. ойошмаһы, 1995 й. — хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Рәсәйҙең “Б.” йәмғиәте составына инә. 17 ҡала, 42 район бүлексәһе бар. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: фәнни белем таратыу, белем биреү һәм мәғлүмәт‑консультация хеҙмәте күрһәтеү. 2009 й. 12 меңдән ашыу лекция уҡыла, өҫтәлмә өҙлөкһөҙ белем биреү программаһы б‑са 200 меңдән ашыу кеше уҡый. БР‑ҙың “Б.” йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәйҙең “Б.” йәмғиәте, Германия халыҡ ун‑ттары ассоциацияһы һ.б. м‑н берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашыра. Ойошма м‑н Р.Ғ.Кузеев, И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров, Р.Р.Мәүлитов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

А.К.Матисов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Яндекс.Метрика