“БЕЛЕМ”, пед. журнал. БАССР‑ҙың мәғариф ХК органы. Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1924 й. ғин. алып нәшер ителә, “Мәғариф эштәре” ж. дауам итеүсе. 1924 й. апр. “Яңы юл” әҙәби ж. (ҡара: “Ағиҙел”) м‑н берләшә. Журнал биттәрендә мәғариф үҫеше т‑дағы материалдар, респ. мәғариф системаһы торошо хаҡында статистик мәғлүмәттәр баҫыла, ш. уҡ әҙәбиәт һәм сәнғәт, иҡт. һәм сәйәсәт мәсьәләләре яҡтыртыла. 1927 й. журналдан “Сәсән” һәм “Яңылыҡ” ижт.-сәйәси һәм әҙәби ж. бүленеп сыҡҡас, “Б.” үҫеп килгән быуынға белем һәм тәрбиә биреү, БАССР мәктәптәрендә яңы алфавиттар (латиница һәм кириллица нигеҙендә) индереү, милли уҡыу йорттарында фәндәрҙе уҡытыу методикаһын эшләү, йәш пед. кадрҙарҙы тәрбиәләү проблемаларына төп иғтибарҙы йүнәлтә башлай. 1931 й. “Культура революцияһы” ж. (ҡара: “Башҡортостан уҡытыусыһы”) тип үҙгәртелә. Мөхәррире — И.Насыри.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика