“БЕЛЕБЕЕВСКИЕ ИЗВЕСТИЯ” (“Бәләбәй хәбәрҙәре”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Белебеевские известия” — “Бәләбәй хәбәрҙәре” — “Бәләбәй хәбәрләре” гәзите редакцияһы » ҡаҙна пр‑тиеһы. Бәләбәй ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ, татар (“Бәләбәй хәбәрләре”) һәм башҡ. (“Бәләбәй хәбәрҙәре”, 2001 й. алып) телдәрендә сыға. 1917 й. башлап урыҫ телендә “Известия Белебеевского Совета рабочих, солдатских и крестьянских депутатов” (“Бәләбәй Эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттары советының хәбәрҙәре”) исеме аҫтында нәшер ителә башлай, 1918 й. майынан — “Известия Белебеевского уездного исполкома Совета рабочих и крестьянских депутатов” (“Бәләбәй өйәҙ башҡарма комитетының Эшсе һәм крәҫтиән депутаттары советының хәбәрҙәре”). 1919 й. урыҫ һәм татар телдәрендә “Голос бедноты” һәм “Ярлылар тавышы” (икеһе лә — “Ярлылар тауышы”) булып сыға, 1923 й. — “Известия Белебеевского кантонного комитета РКП(б) и кантонального исполнительного комитета Советов рабочих, крестьянских и красноармейских депутатов” һәм “Бәләбәй кантон эшче, игенче һәм кызыл яу вәкилләре шуралары башкармасы, кантком РКП(б) һәм райсоюз хәбәрләре” (икеһе лә — “РКП(б) комитетының Бәләбәй кантон һәм кантон башҡарма комитеты Эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеецтар депутаттары советының хәбәрҙәре”), 1928 й. — “За грамоту” һәм “Грамота өчен” (икеһе лә — “Грамота өсөн”). 1929 й. урыҫ телендә “Эхо” (“Шаңдау”) исеме аҫтында баҫыла башлай, 1931 й. февр. — “Большевистский сев” (“Большевистик сәсеү”), 1931 й. июненән — “За колхоз” (“Колхоз өсөн”), 1950 й. алып “Колхозная правда” (“Колхоз хәҡиҡәте”). 1951 й. “Урожай өчен” гәз. (“Урожай өсөн”; 1945 й. башлап татар телендә нәшер ителә) м‑н берләшкәндән һуң һәм 1989 й. урыҫ, татар һәм сыуаш (1989—91 йй.) телдәрендә “Вперёд”, “Алга” һәм “Малалла” (барыһы ла — “Алға”) исемдәре аҫтында сыға башлай. 1962— 88 йй. урыҫ, татар һәм сыуаш (1965 й. тиклем) телдәрендә “Знамя победы”, “Җиңү байрагы” һәм “Ҫěнтерӳ ялавě” (барыһы ла — “Еңеү байрағы”) булараҡ нәшер ителә. 1991 й. алып хәҙ. исемдәрен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика