АБДРАХМАНОВА Лена Абдулбарый ҡыҙы (10.6.1971, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Аҙнағол а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2006). БДПИ‑ны тамамлаған (1995). 1996 й. алып Мәләүез ҡ. мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 2002 й. башлап “Көнгәк” гәз. корректоры, тәржемәсеһе, 2006 й. — бүлек мөдире. “Нисек йәшәйһең, башҡорт ауылы?” (2010) мәҡәләләр циклы, ш. уҡ соц. тематикаға арналған публицистик хеҙмәттәр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2010).

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

Текст на русском языке