БЕЛГЕСТӘР ЙОРТО, 20 б. 1се ярт. архитектура ҡомартҡыһы. Өфөлә (Ленин урамы, 2) урынлашҡан. Б.й. 1‑се сираты (фасады Ленин урамына ҡараған 1‑се һәм Милли китапхананың ҡабырға фасадына ҡараған 2‑се корпус) 1937 й. архитекторҙар Г.Д.Вагин, А.И.Филонов проекты б‑са белгестәр һәм совет партия‑дәүләт эшмәкәрҙәре өсөн; 2‑се сираты (фасады м‑н Совет урамына ҡараған 3‑сө корпус) 1945 й. архитекторҙар Г.В.Топуз, Плеханов проекты б‑са эвакуацияланған белгестәр һәм демобилизацияланған офицерҙар өсөн төҙөлә. Б.й. — архитектураһында постконструктивизм стиле (ҡара: Архитектура стилдәре) күҙәтелгән С хәрефе рәүешендәге биш ҡатлы бина. Б.й. фасадтары архитектураһында 3 өлөшкә — юнылған таштан һалынған цоколгә, монументаль пилястралар һәм кәрнизле төп өлөшкә, аттик ҡатҡа — бүлеү ҡулланыла. Ордер элементтары ябайлаштырылған геометрик манерала эшләнгән (кәрниздең бер өлөшөн тәрән скоциялар алмаштыра). Зәки Вәлиди урамына ҡараган фонтанлы курдонёр (алғы ихата) юнылған таштан эшләнгән бағаналар һәм совет символикалы металл рәшәткәләрҙән торған ҡойма м‑н уратылған. Б.й. төрлө йылдарҙа күп кенә фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ш. иҫ. Н.‑Ғ.Н.Байтирәков, П.П.Будников, Ҡ.Даян, А.Д.Макаров, А.Ҡ.Мөбәрәков, Б.Ғ.Кәлимуллин, Р.Ниғмәти, М.Н.Сәхәүетдинова, Ғ.Н.Тереғолов, П.Тычина, Д.Юлтый, йәшәгән (бинала уларға, ш. уҡ М.В.Фрунзеға арналған мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған).

Әҙәб.: Донгузов К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: традиции и современность. Уфа, 1998.

К.А.Донгузов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика