“БЕЛАЯ РЕКА”, нәшриәт, ДУП. Китаптар, журналдар, фотоальбомдар, каталогтар, буклеттар, бланк һ.б. продукция сығара һәм һата. Өфөлә урынлашҡан. Составы: брошюра-биҙәү, баҫтырыу, ҡағыҙ әҙерләү цехтары; баҫтырыуға тиклемге продукция, нәшриәт бүлектәре, технологик әҙерләү участкаһы, Благовар р-ны Благовар а. рулонлап баҫыу цехы, Өфө, Белорет ҡҡ. китап магазиндары һ.б. 2010 й. 141 кеше эшләгән. Дөйөм тиражы 125 мең дана китап, 15 мең дана журнал, 3 млн тирәһе баҫма бит бланк, этикетка һ.б. продукция сығарылған. 1995 й. БР б‑са Дәүләт һалым инспекцияһының Мәғлүмәт‑нәшриәт үҙәге булараҡ асыла, 2002 й. алып БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығы “Б.р.” нәшриәте, 2003 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика