БЕККЕР Юрий Рафаилович (11.10.1931, Һамар ҡ.), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1983). ЛДУ‑ны тамамлаған (1954). Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының кембрий алдын өйрәнеү м‑н бәйле. Таулы Башҡортостан вендында боронғо эдиакар фаунаһын беренсе асыусы. Б. кембрий алдының формация үҙенсәлектәрен өйрәнә, кембрий алды комплекстары стратиграфик бүлгеләнеүенең литологик критерийҙарын эшләй. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1970—2000 йй. СССР һәм РФ Дәүләт геол. карталарының Көньяҡ Урал серияһы баш мөхәррире.

Хеҙм.: Протерозой Урала //Геологическое строение СССР. Т.1. М., 1968; Молассы докембрия. Л., 1988; Открытие эдиакарской фауны в кровле венда Южного Урала //Региональная геология и металлогения. 1996. №5

В.А.Маслов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика