БЕКЕТОВТАР, завод хужалары. Ирина Ивановна Б. (?—1825), И.С.Мясниковтың (ҡара: Мясниковтар) ҡыҙы. 1783 й. алып Богоявленск заводы, Минйәр заводы һәм Эҫем заводтары, Өфө өйәҙенең Бекетов, Биянка, Ерал, Илек, Малаяҙ, Муратовка, Подлуб а. хужаһы. Богоявленск (1795), Минйәр (1819) һәм Эҫем (1821) з‑дтары эргәһендә, Илек а. (1820) таштан сиркәүҙәр, Өфөлә янғындан зыян күреүселәргә биҫтә (1821) төҙөү өсөн аҡса бирә. Ырымбур губернаһы полицияһын тәьмин итеүгә 35 мең һум (1806), Неплюев хәрби уч‑щеһын (ҡара: Неплюев кадет корпусы) төҙөүгә 5 мең һум иғәнә бирә. 1821— 1920 йй. Өфөләге урам (хәҙ. Мостай Кәрим урамы) Б. исемен йөрөтә. Уның балалары: Елена Петровна Б. (?—1823), А.Д.Балашовтың (ҡара: Балашовтар) ҡатыны. Бирнә итеп Эҫем заводтарын ала; Иван Петрович Б., гвардия капитаны. Лейб‑гвардия Семёновск полкында хеҙмәт итә. 1824 й. алып Минйәр з‑ды хужаһы, 19 б. 20‑се йй. аҙ. уны А.Д.Балашовҡа һата; Пётр Петрович Б. (?—1848), 1824 й. башлап Богоявленск з‑ды хужаһы, 1834 й. уны А.В.Пашковҡа (ҡара: Пашковтар) һата. Изге Иоанн Иерусалимский орденының Командор тәреһе м‑н бүләкләнгән (1798).

Әҙәб.: Павленко Н.И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962.

З.И.Гудкова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика