БЕКЕТОВ Василий Семёнович (25.3.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Андреев утары — 18.9.1991, Салауат ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. июленән Көньяҡ‑Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се гвардия армияһы 57‑се гвардия уҡсылар див. 170‑се гвардия уҡсылар полкының уҡсылар взводы ком. гвардия өлкән сержанты Б. 1944 й. 20 июнендә Любомль ҡ. (Украина ССР‑ы) көнбайыштараҡ Көнбайыш Буг й. һәм 1 авг. Магнушев ҡ. (Польша) янында Висла й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Көйөргәҙе р‑ны Күмертау ҡасабаһында төҙөлөш‑монтаж идаралығында, 1950 й. алып Ишембай ҡ. Салауат ҡасабаһында (хәҙ. Салауат ҡ.) Салауат автомобилдәр ремонтлау з‑дында, 1953 й. — Чкалов өлк. Ҡыуандыҡ р‑нында МТС‑та, 1957 й. — Йомағужа р‑ны Подгорный а. РТС‑та, 1961 й. — ш. уҡ р‑ндың “Красный маяк” к‑зында, 1964—86 йй. Салауат ҡ. пр‑тиеларында эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Ераносьян В. Пламя души //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика