БЕКЕТОВ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Өйәҙән й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1359 кеше; 1920 — 1548; 1939 — 986; 1959 — 745; 1989 — 559; 2002 — 745; 2010 — 633 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

1785 й. купчий ҡағыҙы б‑са И.И.Бекетова (ҡара: Бекетовтар) һатып алған Өфө өйәҙе Өршәк- һәм Муса-Мең улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалына. 19 б. 30‑сы йй. А.Д.Балашов (ҡара: Балашовтар) ҡарамағына күсә. 1865 й. 186 йортта 975 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 19 б. аҙ. земство мәктәбе эшләгән. 1906 й. һырахана, 3бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ ылаусылыҡ булған. Р.Х.Ғәбитов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика