БЕКЕТОВ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Бекетов а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта Тарҡаҙы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 78 кеше; 1920 — 88; 1939 — 422; 1959 — 238; 1989 — 112; 2002 — 506; 2010 — 477 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

19 б. 1‑се ярт. Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалына, фаразланыуынса, алпауыт Бекетовтар ҡарамағында була, һуңынан Ивановтарға күсә. 1865 й. Яңы Бекетовка (Ивановка) булараҡ теркәлгән, 36 йортта 267 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1902 й. Бекетовский а. булараҡ теркәлгән. 30‑сы йй. Б. 19 б. аҙағында нигеҙләнгән Донский а. (Яңы Б.) ҡушыла һәм Ивановка исеме м‑н йөрөтөлә башлай. 50‑се йй. уртаһынан хәҙ. исемен йөрөтә.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика