АБДРАХМАНОВ Хәниф Хажиғәле улы [4.1.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Үрнәк ҡсб (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 23.4.1999, Өфө], Дан орд. тулы кавалеры. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1950). 1943 й. нояб. алып Көнбайыш һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 49‑сы армияның 139‑сы уҡсылар див. 609‑сы уҡсылар полкында тоҫҡаусы, артиллерия батареяһының орудие һәм разведка отделениеһы ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н А. 1944 й. 26 июнендә Белорус ССР‑ы Горбовичи а. эргәһендә Реста й. аша сыҡҡанда, 17 июлдә Цогарны а. янында дошман контратакаһын кире ҡаҡҡанда һәм 1945 й. 13 һәм 15 февр. Лишин һәм Клайн Гацно торама пункттары (икеһе лә — Польша) өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. 1946 й. өлкән сержант А. демобилизациялана. 1946—73 йй. һәм 1980—86 йй. Әлшәй р‑ны һәм Өфө мәктәптәрендә уҡытыусы, дир. булып эшләй. 1973—80 йй. РСФСР Пед. йәмғиәте Башҡ‑н бүлексәһенең яуаплы секретары. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се (1945), 2‑се (1944 й. авг.) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың июне) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә А. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке