БЕЙЕШЕВ Әкрәм Ғибат улы [16.4.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Туйөмбәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 2.10.2003, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән], тел белгесе. Филол. ф. канд. (1964). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). МДУ‑ны тамамлаған (1956). 1957—86 йй. ТТӘИ‑лә эшләй (1970 й. алып башҡ. теленең аңлатмалы һүҙлеге секторы мөдире). Фәнни хеҙмәттәре башҡорт тел ғилеменең лексикографияһы, орфографияһы, топонимикаһы, фонетикаһына һ.б. өлкәләренә арналған. Б. башҡ. теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөүҙең фәнни принциптарын эшләй (ҡара: “Башҡорт теленең һүҙлеге”). Б. бер нисә хеҙмәте башҡорттарҙың тарихына һәм уларҙың батша хөкүмәтенең колониаль сәйәсәтенә ҡаршы көрәшенә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт; “Ил аҙабы” (2007) тарихи романы авторы.

Хеҙм.: Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше: очерк. Өфө, 1993; “Первичные” долгие гласные в тюркских языках. Уфа, 1963; Проблемы лексикографии //В научном поиске. Уфа, 1982.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика