“БЕЙЕШ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр А.С.Ключарёв 1933 й. Баймаҡ р‑ны Темәс а. Ә.Кәримовтан яҙып ала һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтыра. Йыр варианттарын төрлө йылдарҙа Ф.Х.Камаев, Л.Н.Лебединский, К.Й.Рәхимов һ.б. яҙып ала. “Б.” инструменталь варианттарын С.Г.Рыбаков яҙып ала һәм үҙенең “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһында очерк менән” китабында баҫтырып сығара. Йыр лирик‑эпик характерҙа. Риүәйәт б‑са, йыр геройы Бейеш байҙарға ҡаршы көрәшә һәм властар эҙәрлекләүенән ҡасып йәшәй. Көйгә диатоник төҙөлөш, асыҡ мажор тон, киң көй ағышы, акцентлы ритмика хас. Мелодикаһы һәм сюжеты б‑са “Бейеш” Салауат Юлаев т‑дағы ҡайһы бер йырҙарға (ҡара: “Салауат”) яҡын. Башҡарыусылар араһында И.И.Дилмөхәмәтов, Р.Р.Ҡарабулатов, Ә.С.Шайморатова. “Б.” тауыш һәм симфоник оркестр өсөн Ключарёв, Р.Ә.Мортазин, Рәхимов, тауыш һәм фп. өсөн С.Г.Шаһиәхмәтова эшкәртә. “Б.” көйө “Гөлнәзирә”, “Сыңрау торна”, Ключарёвтың “Тау риүәйәте” (“Горная быль”) балеттарында, М.М.Вәлиев һәм Н.И.Пейконың “Айһылыу” операһында ҡулланылған.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974; Ахметов Х.Ф. Башкирские протяжные песни. М., 1978.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика