БЕЙЕҮ ТЕАТРЫ. 1991 й. Стәрлетамаҡ ҡ. Театр берләшмәһе составында ойошторола, 2002 й. алып Стәрлетамаҡ филармонияһының Б.т. Ойоштороусыһы һәм тәүге етәксеһе — Х.Ә.Ишбирҙин. Репертуар нигеҙендә бәләкәй формалы балет спектаклдәре, муз.-хореографик миниатюралар (ҡара: Хореографик миниатюра) һәм башҡ. фольклоры темаларына бейеү композициялары. Тәүге бейеүҙәре: “Башҡортостан”, “Бөрйән егеттәре”, “Бүреләр”, “Инсебикә”, “Ирәндек бөркөттәре”, “Ҡыҙ урлау”, “Любезники, любизар” (ҡара: “Любизар”), “Порт- Артур” (ҡара: “Порт‑Артур”), “Урал бәйете”, “Шүлгәнкүл”, “Шәкерттәр” һ.б. Тәүге солистары: БР‑ҙың атҡ. артистары Л.И.Вәлиев, Э.М.Дауытова, А.Р.Ишбулатов, Р.Н.Ишбирҙина, Р.Р.Лоҡманов, Р.С.Сөләймәнов һ.б. 1991 й. халыҡ музыка ҡоралдары оркестры ойошторола (етәксеһе Р.С.Самиҡов).

2000‑се йй. башынан репертуарында “Башҡорт йөрәге”, “Яҙғы полька” (“Весенняя полька”), “Еҙ үксә”, “Ҡурайсылар”, “Саптар” хореографик постановкалары, ш. уҡ урыҫ, әзербайжан, татар, мари, сыуаш, украин, чечен, аргентина халыҡ бейеүҙәре; 2009 й. башлап “Замана байығы”, “Серле Чаплин”, “Тауис”, “Әтәс, тауыҡ һәм ҡарсыға” һ.б. постановкалар. Б.т. составына бейеүселәр Д.З.Амангилдина, Р.М.Басыров, Р.В.Биктимерова, И.Н.Ниғмәтуллина, Д.Б.Хисмәтуллин, Л.Ә.Хәбибуллина, Р.Р. Хәйруллин, А.М.Һаҙыева, Э.Ф.Яҡупова һ.б. инә. Б.т. м‑н Й.Ә.Моратов, Р.В.Моратшин хеҙмәттәшлек итә. Художество етәкселәре: Ишбирҙин (1991 й. алып), Р.Ф.Ғәбитов (2004 й. алып). Бейеү ҡуйыусылар: РФ‑тың халыҡ артистары Д.Ә.Мыҙаҡаев, Ғәбитов, Ишбирҙин, Р.М.Саттаров, РФ‑тың атҡ. артисы В.И.Селезнёв. Б.т. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә (Бельгия, Нидерланд, Төркиә һ.б.) гастролдәрҙә була. “Берҙәмлек” Халыҡ‑ара милли мәҙәниәттәр фестивале лауреаты (Өфө, 2007); фольклор фестивалдәре (Варфум ҡ., Нидерланд; Шоттен ҡ., Бельгия; икеһе лә — 2006 й.) дипломанты һ.б.

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика