Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/T/TANSEVALNY_SPORT.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/T/TANSEVALNY_SPORT.jpg'

БЕЙЕҮ СПОРТЫ, спорт бал бейеүҙәре. Б.с. ярыштары түбәндәге дисциплиналар б‑са үткәрелә: Европа бейеүҙәре (Вена вальсы һәм талғын вальс, танго, етеҙ һәм талғын фокстрот), Латин Америкаһы бейеүҙәре (джайв, румба, самба, ча-ча-ча, пасодобль) һәм икебәйге (бер үк ваҡытта Европа һәм Латин Америкаһы бейеүҙәре). Башҡортостанда Б.с. 20 б. 80‑се йй. уртаһында мәҙәни-ял учреждениелары эргәһендәге үҙешмәкәр сәнғәт ижады өлкәһендә үҫеш ала. 1993 й. Өфөлә “Телемарк” исемле респ. беренсе бейеү спорт клубы асыла (етәксеһе Р.Ф.Кондусова). 1994 й. алып спорт бейеүҙәре б‑са БР чемпионаттары үткәрелә. Өфөлә йәштәр араһында икебәйге б‑са (1999), үҫмер спортсылар‑2 араһында Латин Америкаһы бейеүҙәре б‑са (2001) Рәсәй беренселектәре, спорт бейеүҙәре б‑са үҫмер спортсылар‑1 араһында Урал федераль округының асыҡ беренселектәре (1998—2000) һәм студенттар араһында Рәсәй Кубогы (2006—09), йәштәр араһында Европа бейеүҙәре б‑са Волга буйы федераль округының асыҡ беренселектәре (2003, 2008), балалар‑2 араһында 8 бейеү б‑са Рәсәй беренселеге (2008), ололар араһында Европа бейеүҙәре б‑са Волга буйы федераль округының чемпионаты (2009), үҫмер спортсылар‑1 араһында 10 бейеү б‑са Рәсәй беренселеге (2010) уҙғарыла; йыл һайын спорт бейеүҙәре б‑са Башҡ‑н Респ. Президенты призына Асыҡ Башҡ‑н Кубогы (1996 й. алып), “ӨДНТУ кубогы” (2002 й. алып), “Өфө ҡ. мэрының Асыҡ Кубогы” (2007 й. алып), Салауат ҡ. “Газпром Нефтехим Салават” ААЙ кубогы (2003 й. алып) Бөтә Рәсәй ярыштары үткәрелә. БР‑ҙың бейеүсе парҙары араһында: А.А.Жеребцов һәм Ю.В.Елизарьева — Латин Америкаһы бейеүҙәре б‑са Рәсәйҙең асыҡ чемпионаты финалистары (1999), Рәсәй чемпионаттарының ярым финалистары (2000—02); С.В.Кондусов һәм Д.К.Романенко — Европа бейеүҙәре б‑са Рәсәй чемпионатының ярым финалистары (2003); Жеребцов һәм Т.Е.Городилина — Латин Америкаһы бейеүҙәре б‑са Рәсәй Кубогының көмөш һәм “БДБ илдәре Кубогы” халыҡ-ара турнирының (С.‑Петербург, 2003) бронза призёрҙары; К.И.Каспер һәм М.В.Новицкая — йәштәр араһында 10 бейеү б‑са донъя беренселеге еңеүселәре (2004); И.Н.Мулявка һәм Э.Э.Ханова — Латин Америкаһы бейеүҙәре б‑са Рәсәй асыҡ чемпионатының ярым финалистары (2005); Н.В.Елизарьев һәм К.Р.Әхмәҙуллина — икебәйге (2006) һәм Латин Америкаһы бейеүҙәре (2007) б‑са Рәсәй чемпионаттарының ярым финалистары, Латин Америкаһы бейеүҙәре б‑са “Слава России” халыҡ-ара турниры (Мәскәү, 2007) финалистары. Респ. 22 бейеү спорт клубы, Б.с. б‑са 25‑се “Импульс” ДЮСШ (Өфө), ш. уҡ Өфөнөң 11‑се СДЮСШОР‑ында һәм Благовещенск ҡ. ДЮСШ‑нда Б.с. бүлектәре бар, уларҙа 3 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2009). 1994 й. алып БР Б.с. федерацияһы эшләй.

В.Л.Кондусов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика