БЕЙЕҮ АНСАМБЛДӘРЕ, 19 б. аҙ. — 20 б. башында эре мәҙрәсәләр эргәһендә эшләгән һәүәҫкәр художестволы түңәрәктәр һәм йәмғиәттәрҙән барлыҡҡа килә (ҡара: Фольклор ансамблдәре). 20 б. башында “Нур” һәм “Ширҡәт” театрҙары труппалары эргәһендә, 1‑се Башҡ. дәүләт драма театрында (ҡара: Башҡорт драма театры) Б.а. ойошторола. 1932 й. “Ударник” клубының (ҡара: Калинин М.И. исемендәге мәҙәниәт йорто) драма түңәрәге эргәһендә бейеү төркөмө асыла, һуңынан ул тәүге үҙешмәкәр бейеү һәм йыр ансамбле булып китә (нигеҙ һалыусылары Б.А. һәм Ф.А. Әхмәтовтар, Ф.Ғ.Абдуллин). 1939 й. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) нигеҙ һалына. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда үҙешмәкәр бейеү ансамблдәре барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешеүенә үҙешмәкәр ижад фестивалдәре һәм конкурстары булышлыҡ итә.

Респ. проф. һәм һәүәҫкәр бейеүселәрҙе берләштергән 316‑нан ашыу Б.а. эшләй, уларҙың 84‑е “халыҡ”, 88‑е “өлгөлө” исемен йөрөтә. Эшмәкәрлектәренең төп йүнәлеше — респ. йәшәгән халыҡтарҙың милли хореографияһы традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү. “Ағиҙел”, “Дружба” (Нефтекама ҡ., етәксеһе П.П.Сайранов), “Ирәмәл”, “Ирәндек” (Баймаҡ р‑ны), “Ирәндек” (Өфө), “Контраст” (Күмертау ҡ., етәксеһе С.П.Кондратьева), “Йәшлек”, “Ләйсән”, “Ренессанс” (Өфө, етәксеһе А.А.Родионов), “Шатлыҡ”, “Ынйы”, “Ынйылар”, “Эрвел” ансамблдәре киң билдәлелек яулай. 60‑сы йй. аҙ. алып респ. бал бейеүҙәре сәнғәте үҫешә. Иң танылған коллективтар: “Вдохновение” (Стәрлетамаҡ ҡ., етәкселәре Т.Б. һәм А.А. Казаковтар), “Весна” (Салауат ҡ., етәксеһе С.Н.Бочкарёва), “Виктория”, “Калинка”, “Радость” (Өфө, етәксеһе Л.Г.Валяс), “Солнышко”. 90‑сы йй. башында проф. Б.а. барлыҡҡа килә: Бейеү театры, “Мираҫ”; Сибай филармонияһы (1995, етәксеһе Ф.Ш.Әсәҙуллин), Стәрлетамаҡ филармонияһы (1996, етәксеһе Р.Ф.Ғәбитов), Нефтекама филармонияһы (1998, етәксеһе Р.М.Саттаров) ансамблдәре.

Р.И.Хәлимов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика