БЕЙЕҮ, бейеүсенең тән торошо һәм хәрәкәттәре ярҙамында художестволы образ тыуҙырыусы сәнғәт төрө; туранан‑тура музыка сәнғәте м‑н бәйләнгән. Б. сәнғәте халыҡ ижадының иң боронғо сағылыштарының береһе (ҡара: Халыҡ бейеүе). Һәр халыҡта хәрәкәт аша кәүҙәләндереүҙең үҙ алымдары, милли бейеү йолалары нығынған. Башҡорттарҙа Б. боронғо дини ышаныуҙарға бәйле булған: күмәк ҡатын‑ҡыҙ, йола, уйын, күмәк бейеүҙәр һ.б. Һунарсы, көтөүсе һәм хәрби Б. тик ир‑егет кенә башҡарған (мәҫәлән, “Байыҡ”, “Перовский”). Башҡ. халыҡ яңғыҙ Б. (туй, уйын, эпик һ.б. Б.) тасуирилығы һәм үҙенсәлеклелеге м‑н айырылып торған. Тәүҙә һүҙ һәм йыр м‑н бәйле, халыҡ байрамдарының традицион өлөшө булған Б. аҡрынлап сәнғәттең үҙ аллы төрөнә әүерелә, кейем (ҡара: Башҡорт кейеме), төрлө реквизит м‑н тулыландырыла.

Башҡортостанда проф. сәхнә Б. формалашыуы 20 б. 30‑сы йй. ҡарай һәм Ф.Ә.Ғәскәровтың Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендәге эшмәкәрлеге м‑н бәйле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле). Ул ҡуйған “Башҡорт егеттәре бейеүе”, “Бишбармаҡ”, “Гөлнәзирә”, “Дуҫлыҡ”, “Зарифа”, “Мөғлифә”, “Уйын” һ.б. бейеүҙәрҙә халыҡ бейеүенә хас алымдар һәм хәрәкәттәр классик бейеү элементтары м‑н органик рәүештә берләшә, драматик күренештең биҙәге һәм үҫеше аныҡ күҙаллана. 60‑сы йй. бал, эстрада, модерн Б. барлыҡҡа килә. 70—80‑се йй. башҡ. халыҡ сәхнә Б. үҫеш ала. Бейеү ансамблдәре репертуарында төп урынды Г.В.Анищенко, Й.З.Бикбирҙин, Р.Ф.Ғәбитов, Ғәскәров, Х.Ф.Мостаев, Л.И.Нагаева, Р.Й.Низаметдинов, В.Г.Степанов, И.Х.Хәбиров һ.б. ҡуйған бейеүҙәр алып тора. 90‑сы йй. халыҡ Б. ҡарата ҡыҙыҡһыныу көсәйеү сәбәпле Нефтекама филармонияһында, Сибай филармонияһында, Стәрлетамаҡ филармонияһында яңы бейеү коллективтары ойоша, яңы бейеүҙәр һәм бейеү формалары — хореографик композиция, хореографик миниатюра барлыҡҡа килә. Опера һәм балет театры (ҡара: Балет) сәхнәһендә классик һәм характерлы бейеүҙәр нигеҙендә балет спектаклдәре ҡуйыла, уларҙа мөһим урынды симфоник бейеү биләй. Б. сәнғәтенең үҫешенә Нуриев Р. исемендәге хореография колледжы асылыу ҙа булышлыҡ итә.

Әҙәб.: Нагаева Л.И. Танцы восточных башкир. М., 1981; Исламова Р.А. Азбука башкирского народно-сценического танца. Уфа, 2002.

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Р.С.Мөфтәхетдинова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика