БЕЙЕКТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Ғафури р‑ндарында Рәүҙәк һәм Егән йй. ҡушылған урындан Ғафури р‑ны Красноусол а. тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 25 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге яҡынса 4 км, абс. бейеклеге 350 м. Түбәләре яҫы, йомро. Битләүҙәре 80—100 м тәрәнлектәге уйһыулыҡтар м‑н йырғыланған. Өҫкө пермдең көңгөр ярусы гипстары, ангидриттары һәм өфө ярусының ҡыҙыл төҫтәге ҡомташтарынан тора. Рельефында карст формалары үҫешкән: упҡындар, ҡоҙоҡтар, мәмерйәләр, юғалыусы йылғалар һәм карст сығанаҡтары. Һырт итәктәрендә Ҡарлыман, Яҡын Төлкәс һәм Кесе Әрмет йй. (Ағиҙел й. басс.) башлана. Ландшафтары элекке имәнлектәр урынындағы киң япраҡлы йыла, йүкә һәм саған урмандарынан тора. Б. көнбайыш битләүҙәрен йүкә урмандары биләй.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика