БЕЙҒОЛ, Өфө р‑нындағы ауыл, Шемәк а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 55 км һәм Алкин т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 133 кеше; 1920 — 316; 1939 — 313; 1959 — 146; 1989 — 114; 2002 — 151; 2010 — 172 кеше. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1890 й. Өфө өйәҙендә Полтава һәм Чернигов губ. күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1902 й. Бейгуловский ҡасабаһы булараҡ теркәлгән (31 йортта 110 ир-ат иҫәпкә алынған). Тәүге төпләнеүсе Семён Бейгул фамилияһы м‑н аталған. 30‑сы йй. уртаһынан хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика