БЕЙГИЛДЕ, Балтас р‑нындағы ауыл, Иҫке Янбай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Ар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 698 кеше; 1920 — 673; 1939 — 619; 1959 — 414; 1989 — 280; 2002 — 246; 2010 — 232 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1730 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала (1748 й. 4 йортта 29 ир‑ат иҫәпкә алынған). Тәүге төпләнеүселәрҙең береһе Бейгилде Әгелдин исеме м‑н аталған. 1865 й. 67 йортта 394 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, 2 бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ та билдәләнгән.

Я.Н.Мөниров, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика