БЕЙБАҠТЫ, Иглин р‑нындағы ауыл, Турбаҫлы а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Шаҡша т. юл ст. К.- Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 507 кеше; 1920 — 629; 1939 — 773; 1959 — 482; 1989 — 150; 2002 — 150; 2010 — 185 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй- Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1733 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1731 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар нигеҙ һала. 1865 й. 31 йортта 203 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән. З.Ғ.Зәйнәшева ошо ауылда тыуған.

Р.Х.Нуриева, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика