АБДРАХМАНОВ Рәфил Фазыл улы (5.4.1942, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Оло Аҡа а.), гидрогеолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1993), проф. (1996). БР‑ҙың (2000) һәм РФ‑тың (2011) атҡ. фән эшмәкәре. БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965 й. алып Балаҡатай р‑нында мәктәп дир., 1968 й. башлап “Башспецнефтестрой” тресында, “Башгипроводхоз” проект ин‑тында эшләй. 1977 й. алып Геол. ин‑тында: 1991 й. — лаб. мөдире, 2007 й. — фән б‑са дир. урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1994 й. башлап БДАУ‑ҙа (2004 й. тиклем гидрогеоэкология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге Көньяҡ Урал һәм Урал алдының геол. структураларындағы гидрогеодинамик һәм гидрогеохимик процестарҙы, ер аҫты һыуҙарының барлыҡҡа килеүе һәм урынлашыуы, уларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу проблемаларын өйрәнеүгә бәйле. Бүздәк, Дүртөйлө, Оло Ыҡтамаҡ (Мәсетле р‑ны), Хазина (Краснокама р‑ны) минераль һыу ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2017).

Хеҙм.: Минеральные лечебные воды Башкортостана. Уфа, 1999 (авторҙ.); Гидрогеоэкология Башкортостана. Уфа, 2005; Пресные подземные воды Башкортостана. Уфа, 2007 (авторҙ.).

А.П.Рождественский

Тәрж. Г.М.Ҡотоева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.