БЕЗЦЕННЫЙ Виктор Николаевич (20.7.1924, Дмитриевск ҡ. — 2.12.1976, Макеевка ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Өлкән лейт. (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1941—42 йй. Иглин р‑ны Иглин а. эшләй. 1942 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. майынан Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 65‑се армия 193‑сө уҡсылар див. 865‑се уҡсылар полкының взвод ком. лейт. Б. 1943 й. 15 окт. Белорус ССР‑ының Лоев ҡасабаһы эргәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап алып ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Луганск, Макеевка һәм Мукачево ҡҡ. юрист булып эшләй. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943).

Әҙәб.: Кизин Ю. Порыв //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика