БЕЗДЕНЕЖНЫЙ Фёдор Ильич [23.2.1926, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Яңы Ҡазан а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 26.10.2001, Нефтекама ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1950 й. алып “Башвостокнефтеразведка” тресында быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусы булып эшләй; 1959—81 йй. “Арланнефть” НГДУ‑һы операторы, скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры. Арлан нефть ятҡылығын, Ҡушкүл нефть ятҡылығын һәм Шаҡша нефть ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

И.Ғәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика