БЕТЕЛЬГЕЙЗЕ, Орион α‑һы, яҡтылығы 5,8 йыл һайын визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,4‑тән 1m,2 тиклем үҙгәреүсе ифрат гигант ҡыҙыл йондоҙ. Яҡтылығының үҙгәреүе Б. радиусының 430‑ҙан 625 ҡояш радиусына тиклем үҙгәреүенә бәйле. Ерҙән яҡынса 310 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Экваториаль йондоҙлоҡҡа ҡарай. БР терр‑яһында ҡалҡыусы һәм байыусы яҡтыртҡыс. Нояб., төн уртаһында Б. көньяҡҡа офоҡ өҫтөнән иң ҙур бейеклеккә (44°) күтәрелгән сағы — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Яндекс.Метрика