БЕСӘН, сабылған үләнде 15—17% дымы ҡалғанға тиклем киптереү юлы м‑н алынған ҡоро мал аҙығы. Б. әҙерләү өсөн тәбиғи мал аҙығы ерҙәренең, күп йыллыҡ, бер йыллыҡ ҡуҙаҡлылар һәм ҡыяҡлылар һәм уларҙың ҡатнашмаһы сәсеүлектәренең үҫемлектәр япмаһы файҙаланыла. Иң файҙалы Б. люцерна, клевер, көнсығыш козлятнигынан алына. Киптереүҙе тиҙләтеү маҡсатында, ҡуҙаҡлы үләндәрҙе йәнсеү, әйләндереү һәм сабылған массаны әүҙем елләтеү ҡулланыла. Дымлылығы 25—35% булған Б. һаҡлауҙы химик консерванттар (аш тоҙо, һыуһыҙ аммиак, шыйыҡ консерванттар) тәьмин итә. Таралып торған һәм пресланған (бәйләмдәрҙә һәм төргәктәрҙә) Б. әҙерләйҙәр. Тәбиғи сабынлыҡтарҙан һәм сәселгән ҡыяҡлы культураларҙан алынған 1 кг Б. 0,42—0,56 мал аҙығы берәмеге, 40—60 г үҙләштерелеүсе протеин, 15—20 мг каротин бар, шуға ярашлы ҡуҙаҡлы үләндәрҙә — 0,45—0,58, 80—120 һәм 30—50. Б. — а.х. малдары өсөн аҙбарҙа аҫрау осоронда төп мал аҙығы төрҙәренең береһе. Һыйыр малына, һарыҡтарға һәм йылҡыға Б. шул килеш ашаталар, сусҡаларға һәм ҡоштарға бесән оно әҙерләйҙәр. Һыйыр малының йыллыҡ рационында энергетик туҡлыҡлылыҡтың 10—15%‑ы Б. тура килә, һарыҡ һәм йылҡыныҡында — 25—30%‑тан ашыу. Башҡортостан хужалыҡтарында йыл һайын 650—750 мең т Б. әҙерләнә. 20 б. 50‑се йй. башлап химик консерванттар ҡулланыу, Б. әҙерләү технологиялары б‑са Ауыл хужалығы институтында (И.Л.Аллабирҙин, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин һ.б.), аммиакты консервант итеп файҙаланыу, Б. эре төргәктәрҙә әҙерләү б‑са Аграр университетта (Т.Ә.Фәритов) фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Мал аҙығы етештереү.

Әҙәб.: Фаритов Т.А. Корма: заготовка, хранение и подготовка к скармливанию. Уфа, 2005; шул уҡ. Корма и кормовые добавки для животных. Уфа, 2008.

Т.Әәритов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика