АБДРАХМАНОВ Ильяс Әхмәт улы (21.10.1951, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Бәләкәй Учалы ҡсб, хәҙ. Учалы ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (2009). РФ-тың (2007) һәм БР‑ҙың атҡ. металлургы (1999). Халыҡ‑ара иҡт. һәм хоҡуҡ ин‑тын (Белорет ҡ., 2002), Магнитогорск техник ун‑тын (2004) тамамлаған. 1969 й. алып Учалы тау-байыҡтырыу комб‑тында эшләгән: 1976 й. башлап цех нач., 1977 й. — лаб. нач., 1993 й. — ген. дир. урынбаҫары, 1998 й. — ген. директор. 201011 й. “УГМК‑Холдинг” ЯСЙ‑ның (Учалы) коммерция дир. урынбаҫары. А. етәкс. комбинатта баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын комплекслы үҙләштереүҙең берләштерелгән технологиялары индерелә. 1 уйлап табыу авторы. БР ЮС‑ының 12‑се, БР Дәүләт Йыйылышының 2—3‑сө саҡырылыш депутаты. РФ Хөкүмәте пр. лауреаты (2003). 2‑се дәрәжә Изге Станислав (2002), Халыҡтар дуҫлығы (2002), Салауат Юлаев (2008) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Учалинский горно-обогатительный комбинат на рубеже XXI века. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.