БЕСӘЙ КҮҘЛЕ ӘРМӘНДЕ (Pelobates fuscus), ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандары отрядының бесәй күҙле әрмәнделәр ғаиләһенә ҡараған ер-һыу хайуаны. Үҙәк һәм Көнсығыш Европала таралған. Башҡортостанда урманлы дала райондарында осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 7 см тиклем. Кәүҙәһе мыҡты, тығыҙ. Арҡаһының һәм ян-яғының тиреһе шыма, бәләкәй тығыҙ төйөрлө, ҙур ҡараһыу таплы һорғолт көрән, ян-яғынан ҡыҙғылт таптар бар, һырты буйлап аҡһыл һыҙат үтә, кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө асыҡ төҫтә, ҡараһыу һоро таплы. Башы йомро, ҙур, күҙҙәре араһында ҡабарынҡылыҡ айырыла. Тештәре өҫкө яңағында ғына бар. Күҙенең ҡараһы вертикаль рәүештә урынлашҡан. Ҡолаҡ яны биҙҙәре юҡ. Артҡы аяҡтары ҡыҫҡа, бармаҡтарының йөҙөү ярыһы үҫешкән, эске үксә ҡалҡыулығы ҙур, көрәк һымаҡ, һарғылт. Ҡурҡыныс тыуһа, Б.к.ә. һиҙелер-һиҙелмәҫ һарымһаҡ еҫе сығара. Енси яҡтан 3 йылда өлгөрә. Аталаныу тышта бара, ҡауышыуы һыу аҫтында була, майҙа ыуылдырыҡ сәсә. 1,5—2 см диам. бау рәүешендәге йомортҡа һала, унда 1200—2300 ыуылдырыҡ бөртөгө була. Сүмесбаштар 6—7‑се көнгә сыға, 3 ай үтеүгә 10—17 см оҙонлоҡҡа етә. 4 йылдан ашыу йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Сент. алып майға тиклем йоҡлай. Ергә күмелеп йәки кимереүселәр өңөндә ҡышлай. Бызылдауыҡ, ҡырмыҫҡа, күбәләк ҡарышлауыҡтары, селәүсен, үрмәксе һымаҡтар м‑н туҡлана.

Киң япраҡлы, ҡатнаш, ҡарағай урмандарында, ҡыуаҡлыҡтарҙа, йылға һәм күлдәрҙең һыубаҫар туғайҙарында, далала, болонда һәм баҫыуҙа йәшәй. Умыртҡаһыҙҙарҙың һанын көйләй.

Әҙәб.: Кузьмин С.Л. Земноводные бывшего СССР. М., 1999; Хабибуллин В.Ф. Земноводные и пресмыкающиеся Республики Башкортостан. Уфа, 2003.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика