БЕСТУЖЕВ ТОҠОМО, һыйыр малының һөт‑ит йүнәлешле тоҡомо. Тоҡом эсендәге типтар: һөт һәм ит‑һөт. 18 б. аҙ. — 19 б. башында Сембер губ. урындағы малды голланд тоҡомо, симменталь тоҡомо, холмогор тоҡомо, шортгорн тоҡомо һ.б. м‑н ҡасырып сығарылған. Тоҡомсолоҡ эшен башлаусы завод хужаһы С.П.Бестужев фамилияһы м‑н аталған. Өфө губернаһына Б.т. 20 б. башында индерелә. Эре үлсәмле, оҙонса кәүҙәле, ныҡ һөйәкле һәм яҡшы үҫешкән мускулатуралы, төрлө төҫмөрҙәге ҡыҙыл төҫтә, ҡайһы берҙә аҡ таплы. Үгеҙҙең тере ауырлығы 750—900 кг, һыйырҙыҡы 450—550 кг. Уртаса йыллыҡ һауым 3000—4000 кг тәшкил итә, һөттөң ҡуйылығы 3,8—4,0%. Башҡортостанда Б.т. киң таралған: 80‑се йй. бөтә һыйыр малының — яҡынса 40%‑ын, 2009 й. 21,2%‑ын тәшкил иткән. Һыйыр малының иң юғары бонитировкалау кластарына ингән тоҡом көтөүҙәре Өфө р‑нының А.Д.Цюрупа ис. с‑зында, Иглин р‑нының “Ленин юлы” к‑зында, Бөрө тәжрибә‑производство хужалығында һәм Бәләбәй р‑нының Горький М. исемендәге тоҡомсолоҡ заводында урынлашҡан.

Тоҡомдоң продуктлылыҡ сифаттары Аграр университетта (П.Д.Буслаев), Ауыл хужалығы институтында (А.К.Спивак, И.Ф.Стрелюченко, Ф.Б.Шакиров һ.б.) өйрәнелә.

Әҙәб.: Красота В.Ф., Лобанов В.Т., Бабушкина В.А. Бестужевский скот. М., 1952.

Ф.Б.Шакиров

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика