БЕССОНОВ Александр Григорьевич (1848, Вятка ҡ. — 1917), тел белгесе, этнограф. Ҡазан дини акад. дини тәғлимәт бүлеген тамамлағандан һуң (1877) Вятка губ., Ҡазанда халыҡ уҡытыусыһы була; Ырымбур татар уҡытыусылар мәктәбендә уҡыта. 1882 й. алып Ырымбур губернаһы мәктәптәре һәм халыҡ уч‑щелары инспекторы, 1909 й. — Вятка губ. Күкарҡа биҫтәһендә семинария директоры. Башҡ., ҡаҙаҡ, татар, удмурт телдәрен белгән. Башҡорт телен тәүге тикшереүсе, “Башҡорттар өсөн әлифба” (“Букварь для башкир”; ҡара: Әлифба) китабы авторы, башҡ. әкиәттәрен йыйыусы. Б. туплаған фольклор һәм этнографик материалдарҙың бер өлөшө һаҡланмаған. Рус геогр. йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1909). Әкиәттәр, риүәйәттәр һәм легендалар ҡулъяҙма йыйынтығы өсөн Рус геогр. йәмғиәтенең Бәләкәй алтын миҙалы м‑н бүләкләнгән (1909). Өфөлә Б. исеме м‑н урам аталған.

Әҙәб.: Башкирские народные сказки. Уфа, 1941; Муратов С.Н. Башкирская сказка в записи А.Г.Бессонова из рукописного собрания Института востоковедения АН СССР //История, культура, языки народов Востока. М., 1970.

В.Ш.Псәнчин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика