БЕСПАЛОВ Александр Геннадьевич (10.5.1981, Яр Саллы ҡ.), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Н.Латипов). Шәхси уҙышта Рәсәй чемп. (2001, 2003—04, 2006—07), донъя чемпионатының көмөш (2002) һәм бронза (2003) призёры, Европа чемпионатының көмөш призёры (2001—02), төркөмдәр уҙышында Рәсәй чемп. (2002), хәрби хеҙм‑рҙәр араһында донъя чемп. (2004). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999—2008 йй.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.