БЕРӘТӘК, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Аҫҡар а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 71 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 185 км алыҫлыҡта Берәтәк й. (Ағиҙел й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 58 кеше; 1920 — 27; 1939 — 139; 1959 — 401; 1989 — 380; 2002 — 422; 2010 — 424 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Аҫҡар урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала (халҡы Үрге Әүжән-Петровск заводы өсөн урман әҙерләү м‑н шөғөлләнгән). Башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Б. 19 б. аҙ. утар булараҡ барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ Берәтәктамаҡ, Оло Берәтәк исемдәре м‑н билдәле була.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика