БЕРЛӘҪ, Четвертаков, Борай р‑нындағы ауыл, Баҙраҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Үләй й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1157 кеше; 1920 — 1254; 1939 — 863; 1959 — 694; 1989 — 345; 2002 — 317; 2010 — 236 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Р.Ғәлиева ис. район мәҙәниәт йорто филиалы бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала, 1650 й. билдәле. 1865 й. 100 йортта 592 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 3 бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ септә һуғыу булған.

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика