БЕРЛИН Александр Александрович (27.9.1940, Мәскәү), физик, физик‑химик. РФА акад. (2003), БР ФА‑ның почётлы акад. (2002). Химия ф. д‑ры (1974), проф. (1980). Мәскәү физик-техник ин-тын тамамлаған (1963). РФА-ның Н.Н.Семёнов ис. Химик физика ин‑тында эшләй (1978 й. алып лаб. мөдире, 1993 й. — дир. урынбаҫары, 1996 й. — дир.); бер үк ваҡытта 1996 й. башлап Мәскәү физик-техник ин-тының (Мәскәү) химик физика каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре полимерҙарҙың һәм композициялы материалдарҙың полимерлашыу, деструкция, яныу процестарының кинетикаһын, макрокинетикаһын һәм механизмын өйрәнеүгә арналған. Б. ҡаты фазала барған анизотроплы полимерлашыу теорияһын төҙөй (“йәшәүсән” катионлы процестар барлығын асыҡлай), юғары эффектлы антипирендар тәьҫиренең яңы механизмдарын аса; полимер материалдар һәм композиттарҙың ныҡлығына уларҙың структур төҙөлөшөндәге дефекттарҙың һәм пластик деформацияларҙың тәьҫире т-дағы төшөнсәләрҙе үҫтерә. 70‑се йй. башынан Башҡортостан ғалимдары м-н берлектә Б. полимерҙарҙы стабилләштереү һәм деструкцияһы өлкәһендә, полимер ҡалдыҡтарынан һәм нефтехимия производстволары ҡалдыҡтарынан мономерҙар һәм олигомерҙар алыу өсөн яңы каталитик сис- темалар эшләү б-са тикшеренеүҙәр үткәрә. Уның ҡатнашлығында изопрен һәм дивинилстирол каучуктарын (“Каучук”), изобутилен һәм метилэтилкетон (“Газпром нефтехим Салават”), хлорэтил һәм дихлорэтан (“Каустик”) етештереүҙә файҙаланылған энергия һәм ресурс һаҡлаусы технологиялар эшләнә. Полимерҙар химик физикаһы б-са фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусыларҙың береһе (1990). 2006 й. алып — “Все материалы. Энциклопедический справочник” (“Бөтә материалдар. Энциклопедик белешмә”), 2004 й. алып “Клеи. Герметики. Технологии” (“Елемдәр. Герметиктар. Технологиялар”) ж. баш мөхәррире. 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100 уйлап табыу авторы. В.А.Каргин ис. пр. (1999, К.С.Минскер м-н берлектә), ТР‑ҙың Дәүләт пр. (2001), РФ Хөкүмәте пр. (2004) лауреаты. Дуҫлыҡ орд. м-н бүләкләнгән (1999).

Хеҙм.: Кинетика полимеризационных процессов. М., 1978 (авторҙ.); Принципы создания композиционных полимерных материалов. М., 1990 (авторҙ.); Новые унифицированные энерго- и ресурсосберегающие высокопроизводительные технологии повышенной экологической чистоты на основе трубчатых турбулентных реакторов. М., 1996 (авторҙ.).

К.С.Минскер

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика