БЕРЛЕКТӘГЕ ПРЕДПРИЯТИЕ, өлөшләтә сит ил капиталы ҡатнашҡан предприятие. Милли иҡтисадҡа туранан-тура сит ил инвестицияларын йәлеп итеү, сит илдең алдынғы технологияларын һәм ҡорамалдарын файҙаланыу, аныҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола. Б.п. яңы пр‑тие булараҡ йәки сит ил инвесторының ғәмәлдәге Рәсәй пр‑тиеһы акцияларының бер өлөшөн һатып алыу юлы м‑н ойошторолорға мөмкин. Б.п. төҙөүҙә бер нисә ил инвесторы ҡатнаша ала, ш. уҡ ваҡытта пр‑тиеның устав капиталында сит ил инвестициялары өлөшө кәмендә 10% тәшкил итергә тейеш. Б.п. һалым һалыу б‑са ташламалар һәм РФ терр‑яһында хоҡуҡи яҡлауға гарантия бирелә.

Башҡортостанда 1990 й. — 2 Б.п., 1996 — 150, 2002 й. 72 Б.п. эшләгән. Уларҙы ойоштороуҙа Австрия, Белоруссия, Болгария, Бөйөк Британия, Венгрия, Германия, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Нидерланд, Польша, Төркиә, Украина, Үзбәкстан, Финляндия, Япония һ.б. ил инвесторҙары ҡатнаша, башлыса сәнәғәттә, төҙөлөштә, сауҙала, йәмәғәт туҡланыуы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереүе өлкәһендә эшмәкәрлекте тормошҡа ашыра. “Башкелме” Рәсәй-Испания Б.п. (Мәләүез ҡ.) — спорт кейеме һәм аяҡ кейеме, “Амстар” Рәсәй-Голландия Б.п. — һыра, “Берлек” Рәсәй-Америка-Канада Б.п. (икеһе лә — Өфө) — стена материалдары, “Италбашкерамика” Рәсәй-Америка Б.п. (Октябрьский ҡ.) керамик плиткалар эшләп сығара. 2008 й. респ. 45 Б.п. эшләгән, ш. иҫ. Өфөлә “БЭТО—Хуавэй” Рәсәй-Ҡытай Б.п. (электрон коммутаторҙар етештерә), “Интерстройсервис” Рәсәй-Америка-Канада Б.п. (стена материалдары), «Уфа—Шэньян “МДФ”» Рәсәй-Ҡытай Б.п. (ағас плиталар), “Ойо‑Гео Импульс Интернэшнл” Рәсәй-Америка-Япония Б.п. (сейсмоприёмниктар), “Русджам— Уфа” Рәсәй-Төркиә Б.п. (быяла тара), “Гидромаш” Рәсәй-Испания Б.п. (гидронасостар һәм гидромоторҙар), “Аҡ Йорт” Рәсәй-Кипр Б.п. (спорт һәм ял хеҙмәттәре күрһәтә), “ЛҙУ БАТ+” Рәсәй-Франция Б.п. (торлаҡ төҙөүҙе тормошҡа ашыра), “Сименс высоковольтные аппараты” Рәсәй-Германия Б.п. Республика иҡтисадына сит ил инвестициялары структураһында капиталға индерелгән аҡсаның сағыштырма өлөшө 1993 й. — 54,7%, 1995 — 86,5, 1998 — 5,6, 2001 й. 62,5% тәшкил иткән.

Ф.С.Исхаҡова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика