БЕРЁЗОВКА СВЯТИТЕЛЬ НИКОЛАЙ ЧУДОТВОРЕЦ ИКОНАҺЫ. Омофор кейгән, яланбаш святитель Николайҙың күкрәккә тиклемге һыны төшөрөлгән мөғжизәле икона. Үлсәме яҡынса 34 х 27 см. Киң таралған риүәйәттәрҙең береһенә ярашлы, 16 б. 50—60‑сы йй. Өфө өйәҙе Никольский а. (хәҙ. Краснокама р‑ны Николо-Берёзовка а.) эргәһендә Строгановтарҙың Кама й. буйлап карапта йөҙөп барған эшселәре табып ала. Икона сырхауҙарҙан һауыҡтырыу, киҙеүҙәрҙе туҡтатыу мөғжизәләре м‑н дан тота; Вятка губернаһы һәм Өфө губернаһында хөрмәт ителә. Табылған урынында төҙөлгән Николай сиркәүендә һаҡлана. Иван IV бойороғо б‑са 2 йыл самаһы Мәскәүҙә була, унда икона хөрмәтенә Кама аръяғы Николаһы сиркәүе төҙөлә. Биҫтәгә алтын ялатылған көмөш ризала һәм алтын хәрефтәр м‑н “С.Ч.Н.” (Святитель һәм Чудотворец Николай) тип яҙылған ҡыҙыллы-аҡлы байраҡ һәм тәре йөрөштәрендә икона алдынан йөрөтөлөүсе тәре һүрәте м‑н ҡайтарыла.

Икона күсермәләре Император Николай II‑гә һәм бөйөк княгиня Елизавета Фёдоровнаға (преподобномученица) бүләк ителә. 20 б. 30-сы йй. башында икона юғала. Өфө епархияһында иконаның боронғо һәм хәҙ. күсермәләре бар. 1917 й. тиклем Өфөлә “яҙғы Никола” көнөндә (22 май); Николо-Берёзовка а. — “ҡышҡы Никола” (19 дек.), 1993 й. алып — “яҙғы Никола” көнөндә хөрмәтләп иҫкә алына.

Әҙәб.: Сказание предания о Берёзовской чудотворной иконе св. и чудотвор. Николая Мирликийского. Казань, 1907.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика