БЕРЁЗОВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Зубов а/ с ҡарай. Өфөнән К. 20 км һәм Өршәк т. юл ст. Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 282 кеше; 1920 — 325; 1939 — 317; 1959 — 296; 1989 — 186; 2002 — 137; 2010 — 115 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Сиркәү бар.

Ауылға Нуғай даруғаһында урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1778 й. билдәле. Шулай уҡ Рождественский, Николаевка тип аталған. 1865 й. 26 йортта 194 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, сабата үреү, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, часовня, һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 3 бакалея кибете, земство ст. теркәлгән. Элекке Христорождественский сиркәүе бинаһы (18 б. башы) — архитектура ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика