БЕРЁЗОВКА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Табын а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 27 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Бирҙәүес й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 150 кеше; 1920 — 186; 1939 — 201; 1959 — 236; 1989 — 123; 2002 — 126; 2010 — 154 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

1892 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә алпауыт Заварицкийҙан һатып алынған ерҙәрҙә Харьков губ. күсеп килеүсе крәҫтиәндәр ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 53 йортта 244 кеше йәшәгән. 20 б. башында хәҙ. статусын ала.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Текст на русском языке

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика