БЕРЕШТАМАҠ, Белорет р‑нындағы ауыл, Асы а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 158 км алыҫлыҡта Береш й. (Инйәр й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан; т. юл станцияһы. Халҡы: 1939 й. — 386 кеше; 1959 — 655; 1989 — 307; 2002 — 261; 2010 — 283 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ағас әҙерләү эштәре ойошторолғандан һуң, 1937 й. Береш а. кешеләре нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған.

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика