БЕРЕШ, Белорет р‑нындағы ауыл, Асы а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 161 км алыҫлыҡта Береш й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 237 кеше; 1920 — 403; 1939 — 386; 1959 — 414; 1989 — 202; 2002 — 215; 2010 — 263 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Соц.-мәҙәни үҙәк, урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1776 й. билдәле. Шулай уҡ Бергәш исеме м‑н теркәлгән. 1775 й. 6 йортта 35 кеше йәшәгән, 1866 й. 15 йортта — 145 кеше. Малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Р.И.Байдәүләтов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика