БЕРЕНСЕ ЭТҠОЛ УРТА МӘКТӘБЕ, Баймаҡ р‑ны. 1891 й. мәҙрәсә базаһында урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ нигеҙ һалына, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1928 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1932 й. — өлгөлө тулы булмаған урта мәктәп, 1952 й. хәҙ. статусын ала. 1992 й. Б.Ғ.Юлыев исеме бирелә. Компьютер кабинеты, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, китапханаһы, спорт залы, мәктәп яны участкаһы бар. Уҡыу йорто м‑н Т.Х.Аслаев, Б.М.Мәмбәтҡолов, С.Р.Әлибаев, Юлыев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Урта мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында З.Ш.Аҡназаров, С.Ә.Галин, Р.Түләк, Ә.Үтәбай, Ә.З.Әсфәндиәров. Мәктәп бинаһына Чечнялағы хәрби хәрәкәттә һәләк булған мәктәпте тамамлаусылар К.А.Исмәғилев м‑н Х.М.Усмановҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2007).

Ш.А.Мәхмүтов, Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика